Төҙөкләндереү
21 Октября 2022, 02:25

4000 төп ағас ултыртылды

“Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Әбйәлил урмансылары һәм мәктәп урмансылығы ағзалары 4000-дән ашыу ылыҫлы ағас үҫентеләре сәсте #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан.

4000 төп ағас ултыртылды4000 төп ағас ултыртылды
4000 төп ағас ултыртылды

“Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Әбйәлил урмансылары һәм мәктәп урмансылығы ағзалары ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртыу өмәһенә сыҡты.

Көҙгө ҡояшлы көндә өмәселәр дүрт мең ҡарағай үҫентеһе ултыртты. Эштән һуң балаларҙы тәмле бутҡа һәм ҡайнар сәй менән һыйланылар.

Урмандарҙы тергеҙеү “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә абашҡарыла. Проект 2024 йылға ҡарата урмандарҙың юҡҡа сығыуы менән тергеҙелеүен 100 процент нисбәтендә тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас