+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Ноябрь 2022, 11:10

Зыярат төҙөкләндерелде

Рысҡужа ауылы халҡы йыйында урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү (ППМИ) программаһында ҡатнашып, ауыл зыяратын төҙөкләндерергә хәл иткәйне.

Зыярат төҙөкләндерелде
Зыярат төҙөкләндерелде

Рысҡужа ауылы халҡы йыйында урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү (ППМИ) программаһында ҡатнашып, ауыл зыяратын төҙөкләндерергә хәл иткәйне.

Йыйылышта был программаны тормошҡа ашырыу, халыҡтан аҡса йыйыу, ремонт барышын контродә тотоу маҡсатында Илнур Яҡупов етәкселегендә ауылдың әүҙем, абруйлы кешеләренән иниициатива төркөмө төҙөлдө.

Конкурсты уңышлы үткән рысҡужалар, ошо көндәрҙә һәр кемдең һуңғы төйәге булған изге урынды төҙөкләндереү эштәрен теүәлләп тә ҡуйҙы.

Уңған ир-егеттәр зыяраттың иҫке ҡоймаһын һүтеүгә дәррәү генә өмәгә сыҡты, унан инде яңыртып кәртәләп тә ҡуйҙы, ә өлгөр ҡатын-ҡыҙҙар кәрәтәне буяуҙа ярҙам итте.

Изге эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемде Хоҙай ярҙамынан ташламаһын.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: