+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Ноябрь 2022, 16:44

Газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса инструкция әҙерләнгән

Башҡортостан Республикаһында төбәк инвестиция стандартын тормошҡа ашырыу сиктәрендә газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса инструкция әҙерләнгән.

Газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса инструкция әҙерләнгән
Газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса инструкция әҙерләнгән

  “Етәкселек яңы төҙөлгән йәки файҙаланылған объекттарҙы газ менән тәьмин итеү мөмкинлеген алырға теләгән ғариза биреүсенең эш тәртибен аңлатырға тейеш. Уларға баҡса участкаларындағы биналарҙан алып магазиндарға, йорттарға, предприятие биналарына һәм ҡоролмаларына, мәҙәни-ял һәм социаль инфраструктура объекттарына тиклем бөтә ҡоролмалар ҙа ҡарай”,  тип аңлатма бирә БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

      Документ тоташтырыу тураһында килешеү төҙөү өсөн ниндәй документтар кәрәклеген; техник шарттар биргән ниндәй ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәклеген; газ бүлеү селтәрҙәренә ниндәй ваҡытта тоташтырыу ғәмәлгә ашырылғанын аңлата. Махсус һылтанма буйынса ҡулланыусының ҡайҙа урынлашыуына ҡарап, ойошмалар кураторҙарының бәйләнештәре күрһәтелгән. Газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙың яҡынса хаҡын иҫәпләү өсөн инструкцияла план хаҡының калькуляторына һылтанма урынлаштырылған. Бынан тыш, инструкцияла газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу өсөн кәрәкле регламентлаусы документтарға һылтанмалар күрһәтелгән. Улар иҫәбендә газ менән файҙаланыу ҡорамалдарын һәм капиталь төҙөлөш объекттарын газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу ҡағиҙәләре бар.

       Газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса инструкция менән ентекләберәк Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының рәсми сайтында,  (https://building.bashkortostan.ru/documents/other/450018)  һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.

       Башҡа һорауҙар менән Өфө ҡалаһы, Новосибирск урамы, 2-се йорт, 4-се корпус адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

        Берҙәм белешмә хеҙмәтенең телефоны: 8 (800) 347-88-00.

Автор:
Читайте нас: