-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Ноябрь 2022, 16:13

Проект ярҙамында

Башҡортостанда «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» проекты буйынса 2023 йылда 247 тораҡ пунктта мобиль интернет һәм элемтә булдырыла.

Проект ярҙамында
Проект ярҙамында

Киләһе йылда «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» проекты ярҙамында Рәсәй Федерацияһының 1800 тораҡ пунктында йәшәүселәрҙең 4G/LTE стандарты менән кәрәҙле бәйләнешкә тоташтырыу мөмкинлеге буласаҡ. Башҡортостан республикаһы был  проектта икенсе йыл ҡатнаша. Үткән йылдағы тауыш биреү йомғаҡтары буйынса 130 тораҡ пункты һайлап алынған, уларҙа йәшәүселәр әүҙем тауыш биреүҙә ҡатнашҡан.

Быйылғы тауыш биреү йомғаҡтары буйынса 117 ауыл «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль проектына ингән.

       «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» - Һанлы үҫеш министрлығының өҫтөнлөклө проекттарының береһе. Ул 2030 йылға илдең 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән бөтә тораҡ пункттарына интернет үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта элемтә һәм интернет ҡайҙа кәрәклеген халыҡ үҙе һайлай. Әлеге мәлдә Бөтә Рәсәй тауыш биреү этабы  бара. Башҡортостанда ғәҙәттәгесә Белорет, Шаран, Хәйбулла, Ҡыйғы, Әбйәлил, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында йәшәүселәр әүҙем тауыш бирә. Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғына республикала 31 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Интернет һәм цифрлы технологиялар кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итәсәк - күп заманса сервистар, мәҫәлән, онлайн-белем биреү, электрон дәүләт хеҙмәттәре, телемедицина эшләйәсәк. 18 йәштән өлкән һәр Рәсәй гражданы даими теркәлгән төбәктең тораҡ пункты өсөн тауыш биреүендә ҡатнаша ала.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: