+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Ноябрь 2022, 09:17

Айырым төбәктәрҙә кәрәҙле элемтә һәм мобиль интернет буласаҡ

Элемтә менән шулай уҡ Өфө — Белорет һәм Сибай — Аҡъяр юлдары тәьмин ителә.

Айырым төбәктәрҙә кәрәҙле элемтә һәм мобиль интернет буласаҡ
Айырым төбәктәрҙә кәрәҙле элемтә һәм мобиль интернет буласаҡ

Башҡортостан хөкүмәте ултырышында автомобиль юлдарын кәрәҙле элемтә сигналы һәм мобиль интернет менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.

Республика һанлаштырыу өлкәһендә ҙур федераль проектты – «2.0 һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» программаһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Был ауылдарҙа мобиль элемтә станцияларын урынлаштырыу буйынса программаның икенсе этабы. Икенсе йыл республика халҡының шундай ауылдар тураһында белдереү мөмкинлеге бар, унда мобиль бәйләнеште яҡшыртыу талап ителә. Артабан, махсус критерийҙарҙан сығып, хәл киҫкен торған тораҡ пункттар һайлап алына.

БР премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, тауыш биреүҙең беренсе этабы һөҙөмтәләре буйынса 130 тораҡ пункт һайлап алынған. Унда мобиль элемтә киләһе йылдың беренсе кварталында уҡ барлыҡҡа килергә тейеш.

Икенсе этап йомғаҡтары буйынса федераль проектҡа тағы 117 ауыл индереләсәк. Һөҙөмтәлә киләһе йылда Башҡортостандың 247 тораҡ пунктында кәрәҙле элемтә һәм мобиль интернет барлыҡҡа киләсәк.

«Өҫтәүенә тотороҡло элемтә менән ҡаплау тораҡ пункттарға ғына ҡағылырға тейеш түгел. Федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдарында ла «элемтә селтәрҙәре»н йәйелдерергә кәрәк. Был Урал Аръяғына һәм таулы урындары булған райондарға ҡағыла. Атап әйткәндә, Өфө - Белорет һәм Сибай — Аҡъяр юлдары, дөйөм оҙонлоғо 320 саҡрымдан ашыу», - тип билдәләне премьер-министр.

БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин хәбәр итеүенсә, барлыҡ әҙерлек һәм төҙөлөш-монтаж эштәре башҡарылған, 4 кәрәҙле элемтә станцияһы төҙөлгән, хәҙер Сибайҙан Аҡъярға тиклем автомобиль юлы участкаһы кәрәҙле элемтә сигналы менән 95% ҡапланған.

2022 йылдың июлендә хөкүмәт Сибай-Аҡъяр юлын элемтә менән тәьмин итеү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Республикала бөтәһе 40 юл төбәк статусына эйә. Башҡортостан Башлығының 2024 йылға тиклем төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре тураһында Указын тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостандың һанлы үҫеш министрлығы төбәк әһәмиәтендәге юлдар оҙонлоғон кәрәҙле элемтә сигналы менән 90 проценттан ашыу тәьмин итеү буйынса башланғыс әҙерләне.

Төбәк автомобиль юлдарын элемтә менән тәьмин итеү буйынса ағымдағы хәлде анализлау һөҙөмтәһе: 40 автомобиль юлының 30-ы элемтә менән 99%  ҡапланған, 40 автомобиль юлының етәүһе 92% - тан 97% - ҡа тиклем япмалы, өс юл Силәбе өлкәһе һәм Урал тауҙары сигендә урынлашҡан таулы урындарҙан Белорет районында үтә һәм кәрәҙле элемтә хеҙмәттәре менән тәьмин ителмәгән участкаларға эйә булыуын күрһәтте.

Республика министрҙар кабинеты башлығы төбәктең һанлы үҫеш министрлығына профилле власть органдары һәм элемтә операторҙары менән берлектә алдағы ярты йылда һәм 2024 йылдың аҙағына тиклем элемтә менән йыһазландырырға мөмкин булған автомобиль юлдары участкаларын билдәләргә ҡушты.

 

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: