+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
17 Ноябрь 2022, 15:28

Республикала 1,3 миллиард һумға йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм 49 ауылында 126 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. #национальныепроекты#нацпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала 1,3 миллиард һумға йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә
Республикала 1,3 миллиард һумға йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә

Ағымдағы йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса төҙөкләндереү сараларын тормошҡа ашырыуға бөтәһе 1,3 миллиард һум аҡса бүленгән. Шуның  93 проценты - федераль бюджет аҡсаһы. Башта федераль проект күрһәткестәре буйынса 122 биләмәне төҙөкләндереү  күҙ уңында тотола. Ысынында төбәктә 126 объект төҙөкләндереләсәк.

     Атап әйткәндә, бында 45 парк һәм сквер, 17 яр буйы, ете майҙан, 15 йәйәүлеләр зонаһы, аллеялар һәм башҡа йәмәғәт биләмәләре инә. Бынан тыш, йыл аҙағына  республиканың ҡала һәм райондарында дүрт фонтан, 17 балалар уйыны һәм 34 спорт майҙансығы, 12 скейт-майҙансыҡ һәм биш автоҡаласыҡ төҙөләсәк һәм үҙ ишеген асасаҡ. Бөгөнө көнгә 42 йәмәғәт биләмәһендә бөтә эштәр тулыһынса тамамланған. 84 объектта эштәр аҙағына яҡынлаша. Башлыса бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу, видеокүҙәтеү һәм яҡтыртыу системаларын монтажлау ҡалған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: