+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
24 Ноябрь 2022, 08:00

Башҡортостанда 23 йәштән өлкән етемдәргә торлаҡ сертификаттары бирелә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә 23 йәштән өлкән етем балаларға торлаҡ һатып алыуға социаль түләүҙәр биреү тураһында ҡарар проектын хуплағандар. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда 23 йәштән өлкән етемдәргә торлаҡ сертификаттары бирелә
Башҡортостанда 23 йәштән өлкән етемдәргә торлаҡ сертификаттары бирелә

Республикала бөтәһе 7857 етем бала торлаҡ алыуға мохтаж, шуларҙың 5074-нең торлаҡ менән тәьмин ителеүгә хоҡуғы еткән. Ошонан сығып мәсьәләне тиҙерәк хәл итеү өсөн 23 йәштән өлкән етемдәргә үҙҙәре теләгән Башҡортостандың ҡалаһы йәки районынан фатир һатып алыуға сертификаттар тапшыра башлайҙар.

    Шул уҡ ваҡытта бындай сертификат  алыусының, үҙ аҡсаһын өҫтәп  законда ҡаралғандан ҙурыраҡ майҙанлы фатир һатып алыуыға  хоҡуғы .

    Үткән йылда ошо категорияға ҡараған 762 кеше торлаҡлы булған, ә быйыл тағы 943 кеше өй туйлаясаҡ. 23 йәше тулған етем балалар ҡуртымға йәки аҡсалата сертификат  менән алыуға уңайлы торлаҡ һайлай башлауҙары мөмкин. Торлаҡ сертификаттарын 2023 йылдың 1 ғинуарынан бирә башлайҙар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: