+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Декабрь 2022, 05:30

Көрән, зәңгәр, һары, ҡыҙыл сүп һауыттары

Ниндәй сүпте ниндәй һауытҡа һалырға кәрәк? #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Көрән, зәңгәр, һары, ҡыҙыл сүп һауыттары
Көрән, зәңгәр, һары, ҡыҙыл сүп һауыттары

Республиканың Экология министрлығы “Экология” милли проектының “Ҡалдыҡтарға ҡарата комплекслы система” федераль проекты сиктәрендә көрән, зәңгәр, һары һәм ҡыҙыл төҫтә контейнерҙар һатып ала. Сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн билдәләнгән был контейнерҙар барлыҡ талаптарға яуап биргән майҙансыҡтарҙа урынлаштырыласаҡ. Һөҙөмтәлә халыҡ ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға күсә ала. Был осраҡта ҡоро компоненттар аҡһыл көрән төҫтәге контейнерға урынлаштырыла. Ҡоро сүпте аҙыҡ ҡалдыҡтары менән ҡатнаштырырға ярамауы ла халыҡҡа аңлатыла. Был контейнерҙарҙағы ҡалдыҡты махсус “таҙа” сүп ташыусы машиналар йөрөтәсәк. Ҡалдыҡтар сорттарға бүленгәндән һуң, ҡабаттан эшкәртеүгә оҙатыла.

Сүп-сарҙы айырым йыйыуға күсеү “ ҡалдыҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк эшкәртеүҙе һәм икенсел сеймалды ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ул шулай уҡ “Экология” милли тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: