+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Декабрь 2022, 11:00

Ағастан йорт комплекттары етештереүселәренә ярҙам була

Рәсәй Хөкүмәте ағас йорттар етештереүселәренә һатыуҙағы ташлама яһаған өлөштәрен субсидиялай башлаясаҡ.

Ағастан йорт комплекттары етештереүселәренә ярҙам була
Ағастан йорт комплекттары етештереүселәренә ярҙам була

Ил Хөкүмәте ағас йорт етештереүселәре өсөн яңы субсидиялау программаһын әҙерләгән, уға ярашлы  улар халыҡҡа 10 процентҡа тиклем ташлама менән һатҡан осраҡта бындай финанс ярҙамы алыуы мөмкин. Был  заводта етештерелгән, хаҡы 3,5 миллион һумға тиклем тәшкил иткән әҙер йорт комплекттарына ҡағыла. Тейешле ҡарарға Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

       Шарттар буйынса, Рәсәй биләмәһендә етештереү ҡеүәттәре булыуы раҫлаған, прейскурант тәҡдим иткән һәм һатып алыусылар менән ташламаны нығытҡан килешеүҙәре булған компаниялар ҡатнаша ала. Төҙөүселәр Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ойошторған конкурс һайлауын утәсәк.

 “ Ил халҡына 10 процент ташлама менән ағас йорттар һатып алыу мөмкинлеге бар. Етештереүселәргә был сумманы субсидиялар менән ҡаплаясаҡбыҙ. Ошо маҡсатта йыл һайын 300 миллион һум бүлеү күҙаллана”, тип  яңы программаның эшләй башлауы тураһында белдерҙе Михаил Мишустин. Ошондай саралар аша кешеләргә торлаҡ һатып алыуҙа күберәк мөмкинлектәр биреүҙе,  етештереүселәргә эш урындарын һәм мәшғүллекте һаҡлап ҡалырға, заводтар әҙерләгән ағас йорттарға ихтыяжды арттырырға иҫәп тоталар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: