+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Декабрь 2022, 16:33

Күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға 6,1 миллиард һум аҡса бүленә

2023 йылда Башҡортостандың 632 күп фатирлы йортонда 696 төр ремонт эштәрен башҡарыу күҙаллана һәм ошо маҡсатҡа 6,1 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға 6,1 миллиард һум аҡса бүленә
Күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға 6,1 миллиард һум аҡса бүленә

Быйыл республикала ошондай йорттарҙы яңыртыу буйынса план тулыһынса үтәлгән, йәки 774 күп фатирлы йортта 810 төр эш башҡарылған. Шул иҫәптән 371 йорттоң ҡыйыҡтары, 60-ның фасадтары төҙөкләндерелгән, 18 объектта сарлаҡтар йылытылған. 53 йортта һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү, 67-һендә - электр, 20-һендә - йылылыҡ менән тәьмин итеү системалары ремонтланған, һигеҙ йортта капиталь ремонт газ тәьминәте системаһына ҡағылған. Дүрт йортта йылытыу системаларында ете автоматика көйләгес ҡуйылған.

     Бынан тыш, республикалағы 209 йортта 687 лифт алмаштырылған. Төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә 310 йортта 920 подъезд тәртипкә килтерелгән.

Йортта йәшәүселәр капиталь ремонтты үтәүҙе контролдә тотоуҙа әүҙем ҡатнаша. Республикала ремонтланған бөтә йорттарҙа ла төбәк операторы, подряд ойошмаһы яуаплы хеҙмәткәрҙәренең мәғлүмәттәре яҙылған белешмә стендтары урынлашҡан. Унда сканер аша эш итеп, йортта йәшәүселәр үҙҙәренең тәҡдимдәрен еткерә ала, шулай уҡ башҡарылған эштәрҙе баһалауҙары мөмкин. Һөҙөмтәлә капиталь ремонтлауҙың сифаты яҡшыра һәм граждандарҙың ялыуы кәмей.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: