-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Ғинуар 2023, 11:30

Ҡыуаныслы яңылыҡ бар!

Бындағы юл төҙөлөшөнә тәүге көндәрҙән үк ныҡлап тотонғайнылар. Шуға ла уның ваҡытында тамамланырына  шик юҡ ине.

Ҡыуаныслы яңылыҡ бар!
Ҡыуаныслы яңылыҡ бар!

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Водителдәр өсөн һөйөнөслө хәбәр бар. “Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы” өр-яңы автомобиль юлында реконструкция эштәре тамамланды. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылынан алып Дыуан районының Таҙтүбә ауылына хәтлем арауыҡтағы автомобиль юлы йөрөү өсөн тулыһынса әҙер.

– “Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы” автомобиль юлы – төбәктәге иң эре проекттарҙың береһе, ул республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарын йылдам үҫтереүгә йүнәлтелгән, – тип яңыҡтары менән бүлештеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. – Бындағы юл төҙөлөшөнә тәүге көндәрҙән үк ныҡлап тотонғайныҡ, уңғандар тырышлыҡ күрһәтте, уның ваҡытында тамамланырына тамсы ла шик юҡ ине. Водителдәрҙең рәхмәтенең сиге юҡ хәҙер, ғөмүмән, кем был юлдан үтәсәк, барыһы ла шатлана. Әлбиттә, ошо юлды һалғанда заманса технологиялар ҡулланылды, ул тейешле талаптарға тура килтерелде. 

Әйткәндәй, был аралыҡтағы юл  “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы  эшләнде. 

Фото: Башинформ.

Автор:
Читайте нас: