+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Ғинуар 2023, 09:16

Коммуналь объекттарын ремонтлау дауам итәсәк

Башҡортостанда ике йылда 435 саҡрым йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрен капиталь ремонтлау планлаштырыла, бының өсөн 5,89 миллиард һум аҡса ҡаралған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Коммуналь объекттарын ремонтлау дауам итәсәк
Коммуналь объекттарын ремонтлау дауам итәсәк

     Финанс саралар республиканың 51 муниципаль берәмегендәге коммуналь селтәрҙәрен йүнәтеүгә китәсәк. Әйткәндәй, үткән йылда уларҙы реконструкциялау һәм яңыртыуға һалынған сығымдар ике тапҡырға артҡан һәм 12 миллиард һум тәшкил иткән.

    Әйтәйек, федераль ҡаҙнанан бүленгән 6,3 миллиард һумдан ашыу аҡса коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөү һәм яңыртыу буйынса 18 проектты тормошҡа ашырыуға йәлеп ителгән. Үткән йылда тәүге тапҡыр ауыл ерендәге күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын ремонтлауға маҡсатлы 100 миллион һум бүленгән. Ул быйылда буласаҡ. Шулай уҡ, 126 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, быйыл 122 биләмәне төҙөкләндереү күҙаллана.

      «Башҡорт ихаталары» программаһына ярашлы былтыр 236 күп фатирлы йортто берләштергән 200 ихата биләмәһе тәртипкә килтерелгән. Финанслау күләме бер миллиард һум тәшкил иткән. Быйыл 1,2 млрд һумға 206 ихатаны төҙөкләндереү планлаштырыла.

     «Таҙа һыу» программаһы сиктәрендә былтыр Башҡортостанда дүрт һыу менән тәьмин итеү объекты файҙаланыуға тапшырылған. 2023 йылда туғыҙ объектты төҙөү дауам итәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: