+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Ғинуар 2023, 16:13

Республика өсөн инфраструктура проекттары мөһим

Республикала инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу 8 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә мөмкинлек бирәсәк. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика өсөн инфраструктура проекттары  мөһим
Республика өсөн инфраструктура проекттары мөһим

2022 йылда Өфөлә «Көньяҡ ҡапҡалар» төҙөлөшө, Нефтекама биләмәһен комплекслы үҫтереү, «Ағиҙел аръяғы» өсөн инфраструктураның икенсе сираты башланды. Ошо проекттарҙы тормошҡа ашырғандан һуң республика ҡаҙнаһына 61 миллиард һумдан ашыу һалым һәм һалым булмаған килем инәсәк, 8 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ сафҡа индереләсәк, 643 миллиард һум инвестиция йәлеп итергә мөмкин буласаҡ,- тип билдәләне республика Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышында.

      2023 йылда 6,7 миллиард һум самаһы инфраструктура бюджет кредиттары үҙләштереү планлаштырыла. Шуларҙың 1,2 миллиард һумы социаль һәм инженер инфраструктураһы объекттарына, биш миллиард һум транспорт инфраструктураһы объекттары өлөшөнә тап киләсәк.  Башҡортостанға Өфөлә «Көньяҡ ҡапҡалар» комплекслы торлаҡ төҙөлөшөнә һәм Нефтекамала биләмәне үҫтереүгә 19,6 миллиард һум суммала инфраструктура кредиты хупланылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: