Төҙөкләндереү
2 Февраля 2023, 06:45

Экспортлау үткән йыл кимәлендә

Башҡортостан 2022 йылда 291 миллион долларға ауыл хужалығы продукцияһын экспортҡа сығарған. Был яҡынса 2021 йыл кимәлендә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Экспортлау үткән йыл кимәлендәЭкспортлау үткән йыл кимәлендә
Экспортлау үткән йыл кимәлендә

Сит илгә йәмғеһе 400 мең тонна агросәнәғәт комплексы продукцияһы оҙатылған. Башҡортостан ауыл хужалығы тауарҙары экспортының күпселек өлөшөн май продукцияһы тәшкил иткән, уға 66,4 процент тура килгән. «Сигма» холдингы предприятиелары - Күмертауҙа һәм Шишмәлә май экстракцияһы заводтары бында төп экспортлаусылар булып ҡала. Экспорт структураһының ҡалған өлөшөн май орлоғо, спирт, бал, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы, иген, ит һәм һөт ризыҡтары алып тора.

     Республикала етештерелгән продукцияның төп импортерҙары былтыр Иран, Төркиә, Үзбәкстан, Белоруссия илдәре булған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас