

Ошо маҡсатҡа республика быйыл 435 миллион һум аласаҡ. Өҫтәмә 100 миллион һум «Мәләүездең сәскәле яры» проектын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә - ул 2022 йылдың аҙағында йомғаҡ яһаған сираттан тыш, етенсе конкурста еңеүсе булғайны. Проект яр буйын төҙөкләндереүҙе дауам итеүҙе һәм ғәмәлдәге ауыл хужалығы баҙары менән интеграцияны күҙ уңында тота. Эштәр 2023 йылдың яҙында башлана.
Етенсе конкурс барышында 48 төбәккә бөтәһе 7 миллиард һум бүленгән, субъекттарға трансферттар күләме 80 миллиондан 396 миллион һумға тиклем тәшкил иткән. Проекттарҙы архитектура, ҡала төҙөлөшө, иҡтисад, социология, археология һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһе белгестәренән торған комиссия баһалай. 2023 йылда проекттарҙы тормошҡа ашырыуға субъекттарға бөтәһе 20 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Әйткәндәй, 2022 йылдың авгусында Ишембай, Дүртөйлө, Ағиҙел һәм Яңауыл ҡала мөхитен булдырыу буйынса проекттары, алтынсы Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбенә ингәйне. Улар проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 70 миллиондан 95 миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ.