Төҙөкләндереү
11 Февраля 2023, 10:25

“Ҡурай” ғаилә менән ял итеү урынына әйләнәсәк

Асҡарҙарҙың ғаилә менән иркенләп ял итер урыны буласаҡ  

“Ҡурай” ғаилә менән ял итеү урынына әйләнәсәк“Ҡурай” ғаилә менән ял итеү урынына әйләнәсәк
“Ҡурай” ғаилә менән ял итеү урынына әйләнәсәк

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Район үҙәге Асҡар ауылында былтыр “Ҡурай” мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү башланғайны. Ул Рәсәй Президентының “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының  “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты маҡсаттарын бойомға ашырыу маҡсатында атҡарыла. Биләмәне төҙөкләндереү онлайн-тауыш биреү юлы менән һайланған. Унда иһә районда йәшәүселәр әүҙемлек күрһәткән.

Төҙөкләндереүҙең тәүге этабы тамамланған. Элекке котлован урынында хәҙер – пляж һәм ял итеү зоналары. Халҡы туғыҙ меңдән ашыу булған Асҡар өсөн һыу инеү өсөн дә төҙөкләндерелгән урын барлыҡҡа килгән.

Быйыл иһә “Ҡурай” паркын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы күҙ уңында тотола: амфитеатр, балалар һәм спорт майҙасыҡтары, велосипедта һәм йәйәү йөрөү һуҡмаҡтары барлыҡҡа киләсәк. Шулай итеп, “Ҡурай” тотош ғаилә менән ял итеү урынына әйләнәсәк.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-02-10/uray-y-ikense-ulyshy-3137800 

Автор:
Читайте нас