

Компания эштәрҙе 46,93 миллиард һумға башҡарасаҡ, был башта ҡуйылған юғары хаҡтан 12,3 миллион һумға кәмерәк. Конкурста ике компания ҡатнашҡан.
«РСК»а стратегик партнерҙар сифатында «Автобан» ДСК-һы» акционерҙар йәмғиәтен, «Трансстрой Озеленение» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен һәм «Строймеханизация» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен билдәләгән. Бөтә был өс ойошма Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә теркәлгән. Эштәрҙең төп заказсыһы булып «Автодор» төҙөлөш компанияһы» тора. Подрядсыға трассаның 90-сы саҡрымынан 140-сы саҡрымға тиклемге участкаһын төҙөргә кәрәк, ундағы эштәр 2025 йылдың 30 июненә тамамланырға тейеш.
Дүртөйлө - Әшит трассаһы барлығы 275 саҡрым тәшкил итә, шуның 140 километры Башҡортостан биләмәһе аша үтә. Ул М-12 Мәскәү - Өфө - Екатеринбург трассаһының бер өлөшө булып тора. Был трасса өс төбәк - Башҡортостан, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе аша үтәсәк. Башҡортостанда трасса Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары аша һалына. Ул М-7 трассаһының 1231-се саҡрымындағы сиселештән башлана һәм Пермь крайы менән сиктә сиселештә тамамлана.
Ғинуарҙа Баш дәүләт экспертизаһы Башҡортостанда төҙөлөш этабын хуплағайны.