

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Яңы поликлиника сменаһына 320 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнә. Поликлиника “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса төҙөлә.
Объекттың дөйөм майҙаны биш мең квадрат метр тәшкил итәсәк, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте. Төҙөлөш-монтаж эштәренә дәүләт килешеүе ғинуарҙа төҙөлгән. Подрядсы әҙерлек эштәрен башлаған да инде. Өс ҡатлы яңы поликлиника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Төҙөлөштө 2024 йылдың октябрь айында тамамлау күҙаллана.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/425269#scroll.