Төҙөкләндереү
4 Апреля 2023, 11:40

Быйыл 752 подъезд ремонтланасаҡ

Республикала подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы быйыл 274 йорттоң 752 подъездына ҡағыласаҡ.

Быйыл 752 подъезд ремонтланасаҡБыйыл 752 подъезд ремонтланасаҡ
Быйыл 752 подъезд ремонтланасаҡ

Программа сиктәрендә 274 йортта 752 подъезды ремонтлау планлаштырыла. Быйыл был эш 20 муниципалитетҡа ҡағыла, дөйөм бюджет – 744 миллион һум. Ошо хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Программа ғәмәлгә ашырылған осорҙа, 2019 йылдан алып, Башҡортостанда 2 494 күп фатирлы йортта 7 413 подъезды төҙөкләндерҙек. Берлектә финанслау шарттарында ошо маҡсатҡа 2,8 миллиард һум йүнәлттек. Хәтерегеҙгә төшөрәм, сығымдарҙың күпселек өлөшөн республика үҙ өҫтөнә ала, 10% муниципалитеттар өҫтәй. Программаға ингән барлыҡ подъездарҙа ишектәрҙе ремонтлайбыҙ, беренсе ҡатта плитә түшәйбеҙ, яңы тамбур ишеге, тәҙрәләр, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар, почта йәшниктәре ҡуябыҙ», – тип билдәләне ул.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас