Төҙөкләндереү
7 Апреля 2023, 03:50

Башҡортостанда 2,6 мең саҡрым газ үткәргес төҙөлгән

Башҡортостанда газ биреү селтәрен йорт биләмәләренең ер участкалары сигенә тиклем еткереү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда 2,6 мең саҡрым газ үткәргес төҙөлгәнБашҡортостанда 2,6 мең саҡрым газ үткәргес төҙөлгән
Башҡортостанда 2,6 мең саҡрым газ үткәргес төҙөлгән

Газ үткәреү республикала социаль әһәмиәтле эш йүнәлештәренең береһе булып тора. Газ 31 меңдән ашыу йорттоң сигенә еткерелгән, йәғни был  84,7 процент тәшкил итә.  Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә уртаса күрһәткес 67 процент. 20 мең йорт селтәрле газға тоташтырылған. 1428 тораҡ пунктта бөтәһе 2,6 мең саҡрым газ үткәргес төҙөлгән.   

       Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы Указына ярашлы, халыҡты 90 процентҡа тиклем селтәрле газ менән тәьмин итеү ҡаралған.

       Газ үткәреү буйынса ғариза биреү бик ябай. Быны ойошманың үҙендә, күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә, Берҙәм газ үткәреү операторы сайтында, Дәүләт хеҙмәттәре порталында эшләргә мөмкин. Ғариза тултырғанда ғариза биреүсенең - физик шәхестең торлаҡ йорттоң (йәки торлаҡ биналағы өлөштөң) һәм ер участкаһының хужаһы булыуы, ә газды ҡулланыуҙың коммерция маҡсаттарына бәйле булмауы мөһим.

      Бынан тыш, Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса 2023 йылдың 1 мартынан социаль объекттарға газ үткәреү буйынса программа тормошҡа ашырыла башланы.

      Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһында йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыу тәртибе ҡабул ителгән. Газпром ер участкаһы сигенә тиклем газ үткәрә, ә граждандарҙың айырым категорияларына эштәр башҡарыуға һәм ҡорамалдар һатып алыуға республика иҫәбенән сертификат бирелә.

 

Һылтанма: https://pravitelstvorb.ru/news/20587/

Автор:
Читайте нас