Төҙөкләндереү
17 Апреля 2023, 09:20

Башҡортостанда ауыл халҡы ла төҙөкләндереү объекттарын һайлай ала

Оҡшаған объект өсөн 2023 йылдың 31 майына тиклем тауыш бирергә мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостан республикаһы менән идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың ҙур булмаған тораҡ пункттарында йәшәүселәрҙең «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында мөрәжәғәттәренә яуап баҫтырып сығарҙы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров йәмәғәт биләмәләрен - парктарҙы, скверҙарҙы, майҙандарҙы һәм яр буйын төҙөкләндереү объекттарын һайлау буйынса “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүе башланыуы тураһында хәбәр итте.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының белдереүе буйынса, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты буйынса 1000-дән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа объекттар төҙөкләндерелә (2017 йылдың 10 февралендәге 169-сы Рәсәй Хөкүмәте ҡарары). Күпселек тауыш йыйған объекттар төҙөкләндереүҙең муниципаль программаһына индерелә.

Төҙөкләндереү өсөн объекттарҙы ҡала һәм ҡасабаларҙан тыш, ауылдарҙан да тапшырырға мөмкин. Уларҙың проекттары 2024 йылда ғәмәлгә ашырыла. Оҡшаған объект өсөн 2023 йылдың 31 майына тиклем тауыш бирергә мөмкин. 

Сығанаҡ: https://2.gorodsreda.ru/

Читайте нас