+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Апрель 2023, 17:05

Төҙөкләндереү милли проектҡа ярашлы башҡарыла

Башҡортостанда Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының  йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә 212,5 миллион һум бүленә.  #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Төҙөкләндереү милли проектҡа ярашлы башҡарыла
Төҙөкләндереү милли проектҡа ярашлы башҡарыла

Эштәр «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә башҡарыласаҡ. Ишембайҙа төп булған А.Матросов исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндереләсәк. Был проект «Ишембай ҡалаһы йөрәге - Үҙәк паркын тергеҙеү» тип атала. Концепция мәҙәни-мәғариф, балалар, спорт-һауыҡтырыу һәм ял итеү өсөн маршрут  булдырыуҙан ғибәрәт. Паркты төҙөкләндереү хаҡы 163,8 миллион һум тәшкил итәсәк. Унда эштәрҙе Өфөнөң «Рефстройпроект» компанияһы алып барасаҡ. Финанслау федераль (95 миллион) һәм республика (68,8 миллион) бюджеттарынан тора. Эштәр 2023 йылдың октябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.

      Икенсе проект - Стәрлетамаҡта Стәрле йылғаһы ярын төҙөкләндереү. Эштәр 23 Май урамынан Хоҙайбирҙин урамына тиклемге арауыҡта башҡарыла. Был эштәр - проекттың өсөнсө этабы. Подрядсыны һайлап алыу  буйынса аукционда урындағы «Стройинвест» компанияһы еңеүсе булған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: