+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Апрель 2023, 11:36

«Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы үтә

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән «Хәтер баҡсаһы» акцияһы дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. #нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

«Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы үтә
«Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы үтә

Уның маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәр кем иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу. Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, өс йыл эсендә төбәктә 3,3 миллиондан ашыу ағас ултыртылған, акцияла ярты миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Ағымдағы йылда Башҡортостанда проект сиктәрендә тораҡ пункттарҙы йәшелләндереү һәм дәүләт урман фонды ерҙәрендә ағас ултыртыу буйынса саралар 22 апрелдән 22 майға тиклем уҙасаҡ.

       Республикала акцияны үткәреү өсөн урман хужалыҡтары һәр муниципалитет биләмәһендә 100-гә яҡын участка әҙерләгән, шул иҫәптән 72-һе - урман фондында, уларҙа 700 меңләп йәш үҫенте ағастары ултыртыласаҡ. Быйыл 14,8 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу буйынса план билдәләнгән, шул иҫәптән 6,7 мең гектар майҙанда - яһалма урман тергеҙеү буйынса. Был эште Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: