+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
24 Апрель 2023, 14:17

Тауыш биреүҙә һәр кем ҡатнаша ала

Бөтә Рәсәй йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү өсөн онлайн тауыш биреү дауам итә

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда 15 апрелдән 2024 йылда Бөтә Рәсәй йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү өсөн онлайн тауыш биреү башланды, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Тауыш биреү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Ул 31 майға тиклем дауам итә.

Тауыш биреү еңел генә атҡарыла. Ҡатнашыусы виртуаль рәүештә үҙ муниципаль берәмегендә биләмәне йәки дизайн проектын һайлай. Тауыш биреү 2.gorodsreda.ru порталында ойошторола.

Һөҙөмтәләр билдәле булыу менән муниципалитет проектты тормошҡа ашырыуға тотона.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/450565#scroll.

Читайте нас: