+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
27 Апрель 2023, 10:43

Башҡортостанда М-7 участкаһын «Дортрансстрой» төҙөкләндерә

Федераль юл агентлығының «Урал буйы» автомобиль юлдары идаралығы Башҡортостандың Өфө һәм Кушнаренко райондарында М-7 «Волга» трассаһы участкаһын төҙөүгә һәм реконструкциялауға урындағы «Дортрансстрой» компанияһы менән килешеү төҙөйәсәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда М-7 участкаһын «Дортрансстрой» төҙөкләндерә
Башҡортостанда М-7 участкаһын «Дортрансстрой» төҙөкләндерә

  Ойошма 804,9 миллион һумлыҡ эштәр башҡарасаҡ. Конкурста бөтәһе ике компания ҡатнашҡан. Подрядсы трассаның 1310-сы километрҙан алып 1321-се километрына тиклемге участкаһында эштәр башҡарырға тейеш.

   Эштәрҙе башҡарыусы  компанияға  юл  япмаһын яңыртыу, ситтәрен нығытыу, барьер ҡоймаларын монтажлау, яҡтыртҡыстар, юл билдәләрен ҡуйыу һәм юл һыҙмалары һалыу бурысы тора. Төҙөкләндереү эштәре  федераль ҡаҙнанан финанслана. Эштәр 30 октябргә  тамамланырға , юлдарҙы төҙөкләндереүҙең бөтә элементтары ла ГОСТ-ҡа тап килергә тейеш, тиелә техник бурыста.

   Подрядсы ер эштәренә ҡағылышлыһына һигеҙ йылға гарантия, япманың өҫкө ҡатламына дүрт йылға  гарантия бирергә тейеш. Термопластик менән билдәләнгән юл һыҙмаларына гарантия – бер йыл, буяу менән эшләнгәндәренә ярты йыл ғәмәлдә булырға тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: