+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Апрель 2023, 15:55

Юлдар төҙөкләндерелә

Республика юлдарындағы 27,9 меңдән ашыу соҡорҙо ремонтлағандар #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Юлдар төҙөкләндерелә
Юлдар төҙөкләндерелә

Республика юлдарындағы 27,9 меңдән ашыу соҡорҙо ремонтлағандар, был эш район юлдарында ла  әүҙем алып барыла.

 Әбйәлил ДРСУ-һы юлсылары Стәрлетамаҡ- Белорет Магнитогорск трассаһының 249 саҡрымынан, йәғниАбҙаҡ ауылы эргәһенән башлап һәм Покровканы үткәнсе юлды ремонтлай.

 Ошоға тиклем соҡорҙар һыуыҡ асфальт-бетон иҙмә менән ямалһа, хәҙер эҫе асфальт ташыйҙар. Уны Асҡар асфальт заводынан ташыйҙар. Соҡр-саҡырҙар ямалып бөткәс, туҡталыштар буяласаҡ, юл билдәләре тәртипкә килтереләсәк.

Юлдарҙы төҙөкләндереү “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын үтәүгә лә үҙ өлөшөн индерә.  

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: