-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
5 Май 2023, 15:00

Яугир һалдаттар хөрмәтенә ҡарағайҙар ултыртылды

Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы старт алды. Был акция сиктәрендә экологик өмәләр, йәшелләндереү эштәре гөрләй. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яугир һалдаттар  хөрмәтенә ҡарағайҙар ултыртылды
Яугир һалдаттар хөрмәтенә ҡарағайҙар ултыртылды

 

«Йәшел Башҡортостан» акцияһының берҙәм көнөндә райондың 56 ауылында йәмәғәт урындарында ағас-ҡыуаҡтар ултыртыу ойошторолдо. Шулай уҡ район һабантуйы майҙанындағы өмәлә ҡатнашыусылар махсус операцияла ҡатнашҡандар хөрмәтенә ҡарағайҙар ултыртты. Тирә-яҡ мөхиткә битараф булмаған һәр кем тыуған еребеҙгә тиҙерәк еңеү килһен тигән теләктә  эш уртаһында ҡайнаны: олоһо ла, кесеһе лә, араларында уҡыусылар, студенттар, ирекмәндәр, тотош коллективтар, етәкселәр булды. Шулай уҡ алғы һыҙыҡта булған һалдаттарҙың туғандары ла изге эштән ситтә  ҡалманы. Кемдер соҡор ҡаҙҙы, икенселәр үҫентене шунда ултыртып барҙы, өсөнөсөләр һыу ҡойҙо. Күәмәкләшеп был көндө һабантуйҙың өс гектар майҙанында ике йыллыҡ 12 мең төп ҡарағай сәсте. Майҙанда яңғыраған дәртле йырҙар өмәселәргә яҡшы кәйеф өҫтәне, көс бирҙе.

«Тыныс тормошобоҙ, балалар-ейәндәр киләсәге өсөн Ватан һағына баҫҡан егеттәр имен-һау әйләнеп ҡайтһындар, улар хөрмәтенә сәселгән ағастар тамыр ебәрһен» тигән изге теләктәр менән ултыртылған ағастар бар тирә-яҡҡа йәм биреп шаулап үҫеп китер, ә һалдаттарыбыҙ һынатмаҫ, тыуған еребеҙгә Еңеү менән әйләнеп ҡайтырҙар тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Был акция “Экология” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә үткәрелә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: