#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәле рус яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында булды. Бер нисә аҙна элек бында территорияны реконструкциялау һәм төҙөкләндереү башланғайны.
Былтыр ҡаланың 10 популяр проекты араһынан өфөләр тауыш биреү юлы менән Аксаков исемендәге баҡсаны яңыртыуҙы һайлағайны. Уны РФ Президенты Владимир Путин указына ярашлы барлыҡҡа килгән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндереләсәк объекттар исемлегенә индерҙеләр.
Республика Башлығы парк зонаһында һәм спорт майҙансығында урынлаштырыуҙы күҙ уңында тоторға ҡушты. Радий Хәбиров шулай уҡ эскәмйәләр, беседкалар һәм яҡтыртыу менән йәйәү йөрөү зонаһын төҙөкләндереүҙең мөһимлеген билдәләне. Тиҙҙән төҙөүселәр парктағы быуаны сүп-сарҙан һәм ылымыҡтан таҙартасаҡ, һыу ятҡылығы ярын төҙөкләндерәсәк. Реконструкциянан һуң бында аҡҡоштар ҙа ҡайтыр, тигән өмөт бар. Реконструкция ваҡытында ҡиммәтле ағастар һаҡланасаҡ. 1834 йылдан баҡсала үҫкән иң боронғо ҡарағас - үҙе тере тарих.
Фото: https://vk.com/wall-28379720_8269
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-05-04/yal-iterg-n-osho-parkka-baryr-inem-3245334