+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Май 2023, 10:50

Халыҡ-ара төҙөлөш чемпионатында ҡатнашасаҡтар

Практик өлөштә ҡатнашыусылар номинациялар буйынса конкурс эштәрен башҡарасаҡ. 

Халыҡ-ара төҙөлөш чемпионатында ҡатнашасаҡтар
Халыҡ-ара төҙөлөш чемпионатында ҡатнашасаҡтар

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

18 майҙа Башҡортостанда “Иң яҡшы каркас-көпләү конструкциялары монтажсыһы” һәм “Иң яҡшы штукатур” номинациялары буйынса “Төҙөлөш мастеры” милли оҫталыҡ конкурсының беренсе этабы үтә, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Ул Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 174) базаһында ойошторола. Конкурстың теоретик өлөшө 15 һорауҙан тора. Практик өлөштә ҡатнашыусылар номинациялар буйынса конкурс эштәрен башҡарасаҡ. Төбәк этаптары Рәсәйҙең 46 субъектында уҙа. Ике конкурстың да еңеүселәре бөтә Рәсәй этабына юлланасаҡ, уны октябрҙә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара төҙөлөш чемпионаты сиктәрендә үткәреү планлаштырыла.

Башҡортостандың төҙөлөш комплексын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының  “Торлаҡ” федераль проектын ғәмәлгә ашырыуҙың төп күрһәткесе булып торған төбәктә торлаҡты сафҡа индереү күләмен арттырыу өсөн кәрәк. Президент Владимир Путин тәҡдим иткән милли проект торлаҡ төҙөлөшө күләмен йылына кәмендә 120 миллион квадрат метрға тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота.

Фото: bskstroy.ru

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-05-12/byl-sara-haly-ty-k-ber-k-y-lep-it-bara-3254781 

Автор:
Читайте нас: