-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Май 2023, 18:15

Туғыҙ модулле амбулатория төҙөләсәк

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матди-техник тәьминәт идаралығы тиҙ ҡоролоусы модулле биналар менән тәьмин итеүгә «Ауыл табип амбулаторияһы» буйынса ике аукцион иғлан итте. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Туғыҙ модулле амбулатория төҙөләсәк
Туғыҙ модулле амбулатория төҙөләсәк

Ошо маҡсатҡа 137,5 миллион һумға тиклем аҡса йүнәлтергә әҙерҙәр. Һатып алыу «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла һәм федераль ҡаҙнанан субсидиялар иҫәбенә финанслана.  Йыйылма конструкцияларҙан эшләнгән туғыҙ модуль бинаһы һатып алынасаҡ. Улар килешеү төҙөгәндән һуң 90 көн эсендә монтажланырға тейеш.

       Бинаның дөйөм майҙаны 211 квадрат метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Амбулатория составына терапевт, педиатр, стоматолог кабинеттары, ҡарау, прививка яһау һәм процедура кабинеттары, көндөҙгө стационар палатаһы инәсәк. Бында шулай уҡ регистратура, дарыухана пункты, температураһы булған пациенттарҙы айырым ҡабул итеү бүлмәһе һәм хеҙмәт бүлмәләре урынлашасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: