+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Май 2023, 14:31

Һыу үткәргес яңыртыла

Яңыртыласаҡ магистраль һыу үткәргес Ауырғазы һәм Ғафури райондары халҡын тәьмин итә. Ул 1978 йылда төҙөлгән һәм ныҡ иҫкергән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һыу үткәргес  яңыртыла
Һыу үткәргес яңыртыла

Әйтәйек, Ауырғазы районында ғына 20-нән ашыу ауыл халҡы шуның аша һыу ала. Объектты реконструкциялауҙың беренсе этабының хаҡы 410 миллион һум тәшкил итә. Шуның 208,5 миллион һумы «Ауырғазы-водоканал» компанияһына  Милли именлек фондынан бүленгән. Аҡсаның ҡалған 200 миллион һумын республика бюджетынан буласаҡ.

      Ошо  көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығында булған. Тораҡ пункттарҙы һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен комплекслы хәл итеү өсөн селтәрҙәрҙе реконструкциялауҙың икенсе этабы - яңы һыу алыу ҡоролмалары төҙөү проекты әҙерләнәсәк.Проектта эсәр һәм хужалыҡта ҡулланыу өсөн ер аҫты һыуҙары запасын разведкалау һәм баһалау ҡараласаҡ.

       Радий Хәбиров Хөкүмәткә проектты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итергә ҡушҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: