+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
31 Май 2023, 21:40

Төҙөлөш өсөн ағас кәрәк булһа…

Рәсәй Федерацияһының Урман кодексы һәм “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” республика законына ярашлы, һәр ғаилә 25 йыл дауамында бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем шәхси йорт төҙөү өсөн ағас һатып алыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, ағас торлаҡ йортто ремонтлауға, йорт яны ҡоролмаларын төҙөүгә һәм ремонтлауға, шулай уҡ йылытыу өсөн бирелә.

Төҙөлөш өсөн ағас кәрәк булһа…
Төҙөлөш өсөн ағас кәрәк булһа…

Рәсәй Федерацияһының Урман кодексы һәм “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” республика законына ярашлы, һәр ғаилә 25 йыл дауамында бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем шәхси йорт төҙөү өсөн ағас һатып алыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, ағас торлаҡ йортто ремонтлауға, йорт яны ҡоролмаларын төҙөүгә һәм ремонтлауға, шулай уҡ йылытыу өсөн бирелә.

Мәҫәлән, шәхси йортто ремонтлауға, реконструкциялауға һәр кеше биш йыл дауамында бер тапҡыр – 25 кубометрға тиклем эшлекле ағас (дөйөм әҙерләү күләмендә ылыҫлы ағастарҙың 40 проценттан да кәм  булмаҫҡа тейеш), шулай уҡ йорт яны ҡоролмаларын төҙөүгә – 50 кубометрға тиклем йомшаҡ япраҡлы һәм (йәки) ҡаты япраҡлы ағас һатып ала ала. Йорт яны ҡаралтыларын ремонтлауға халыҡ шулай уҡ өс йыл дауамында бер тапҡыр 15 кубометрға тиклем япраҡлы ағас ала ала. Ә шәхси йортто һәм башҡа йорт яны ҡоролмаларын йылытыу өсөн йыл һайын 20 кубометрға тиклем япраҡлы ағас бирелә.

Ағас урман хужалығы тарафынан ғариза ҡабул ителгән ваҡыттан сират тәртибендә бирелә. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы 2017 йылдан урман ресурстарын һөҙөмтәле һәм асыҡ файҙаланыу өсөн электрон сират системаһын индерҙе. Ғаризаның уникаль номеры буйынса һәр кем министрлыҡтың рәсми сайтында сираттағы үҙ позицияһын тикшерә ала: https://info.mlh02.ru/

Сираттан тыш ағас әҙерләү хоҡуғына тәбиғәт афәттәре һәм янғындар һөҙөмтәһендә мөлкәте (торлаҡ йорто йәки башҡа ҡоролмалары) юҡ ителгән (зыян күргән) граждандар эйә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү маҡсатында улар утынға ағасты ҡуйылған хаҡтың 10 проценты өсөн түләргә хоҡуҡлы.

Ҡоролмалар төҙөү өсөн ағас әҙерләү өлөшөндә, булған ер участкаһында, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә тыуған йәки йәшәгән, үҙ-ара килешеп эш итеүҙә ҡатнашҡан, махсус хәрби операцияла һәләк булған (үлгән) граждандарҙың ғаиләләре ағас әҙерләүҙә өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә.

Халыҡтың уңайлылығы өсөн Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы сайтында ташлама буйынса үҙ ихтыяждары өсөн ағас әҙерләү тәртибе, ғариза формаһы урынлаштырылған: https://forest.bashkortostan.ru/documents/active/15810/, шулай уҡ, һылтанма буйынса үтеп, ведомство ҡарамағындағы ойошмаларҙың адрестары менән танышырға мөмкин: https://forest.bashkortostan.ru/about/suborg/?nav-suborg=page-4

Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: