#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проектына ярашлы Мәсетле районына сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн 100 евроконтейнер тапшырылды, тип хәбәр итәләр Мәсетле районы хакимиәтенән.
– Контейнерҙар район үҙәгенең Көньяҡ биҫтәһендә урынлаштырылды, яҡын арала уларҙы күп фатирлы йорттары янына ҡуя башлайбыҙ, – тине Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Альберт Ғилметдинов. – Йәмғеһе 33 майҙансыҡ ҡайтанан йыһазландырыла.
Хәҙер яңы контейнерҙар ҡуйылған урамдарҙа йәшәгәндәргә сүп-сарҙы сорттарға айырып йыйырға кәрәк. Йәшел төҫтәге контейнер ҡатнаш коммуналь ҡалдыҡтар, ҡыҙылы – быяла, зәңгәре ҡағыҙ, һарыһы пластик ҡалдырҡтар өсөн тәғәйенләнә.