Төҙөкләндереү
9 Июня 2023, 00:40

Баймаҡта асфальт-бетон заводы буласаҡ

Баймаҡта сәғәтенә 160 тонна етештереүсәнлеккә эйә яңы асфальт-бетон заводы барлыҡҡа киләсәк. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баймаҡта асфальт-бетон заводы буласаҡБаймаҡта асфальт-бетон заводы буласаҡ
Баймаҡта асфальт-бетон заводы буласаҡ

Баймаҡта сәғәтенә 160 тонна етештереүсәнлеккә эйә яңы асфальт-бетон заводы барлыҡҡа киләсәк.Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында Радий Хәбиров хәбәр итте. Заманса завод Урал аръяғын юлдар һалыу һәм ремонтлау өсөн юғары сифатлы асфальт менән тәьмин итергә тейеш.

“Заводты төп объекттарҙың береһе — Сибай - Аҡъяр трассаһы өсөн сафҡа индерәбеҙ. Ул халыҡты айырыуса борсоған юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса яңы республика программаһына инде. Ике йыл эсендә бында 60,5 саҡрымлыҡ участканы йүнәтербеҙ», — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.

Был программа “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыуҙа ла ҙур аҙым буласаҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас