

Быйыл ошо маҡсатҡа төбәккә 158,6 миллион һум бүленә, киләһе йылда республикаға тыҫыла 100 миллион бүленә. Илдең 38 төбәгендә туристар өсөн модулле капиталь булмаған биналар төҙөүгә 8 миллиард һум аҡса бүленгән. Был үҙ сиратында, төбәктәргә үҙ бюджетынан аҡса ҡушып финанслау шарттарында бүленә.
Был ил төбәктәрендә 200-ҙән ашыу инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырға һәм 6,5 мең номерлыҡ яңы туристик объекттар төҙөргә мөмкинлек бирергә тейеш. Иң күп аҡса Алтай крайы (944 миллион), Силәбе (918 миллион) һәм Калининград (523 миллион) өлкәләре өсөн ҡаралған. Рәсәй Федерацияһының ике яңы төбәге - Донецк халыҡ республикаһы (122 миллион) һәм Запорожье өлкәһе (191,5 миллион) алыусылар иҫәбендә.
Аҡса яҙғыһын Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы ойошторған «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә субъекттарҙан ғаризаларҙы конкурс нигеҙендә һайлап алыу йомғаҡтары буйынса бүленгән. Волга буйы федераль округында, Башҡортостандан тыш, алыусылар иҫәбенә биш төбәк ингән. Иң күп аҡсаны Түбәнге Новгород өлкәһе аласаҡ - 331 миллион һум, Башҡортостан транш күләме буйынса икенсе урында, Пермь крайына - 235,4 миллион һум, Сыуашстанға - 178,5 миллион, Мари Илегә - 11,8 миллион, Һарытау өлкәһенә 2,5 миллион һум аҡса бүленәсәк.