Төҙөкләндереү
15 Июнь 2023, 11:45

Тырышҡан табыр

Ишкилде ауылын икегә бүлеп аҡҡан Сума йылғаһы аша һалынған ағас күпер халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итте. Күпер аша еңел машиналар ғына түгел, ауыр йөк тейәгән ҙур-ҙур машиналар, ҡеүәтле тракторҙар йөрөп кенә торҙо. Һәр төрлө йыйылыштарҙа, халыҡ йыйындарында йылға аша тимер-бетондан яңы күпер төҙөү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡалҡып сығып торһа ла, мөһим эш урынынан ҡуҙғалманы. Йыл да яңыртып түгеп торған ҡом-таш ҡойолоп бөтөп, тишектәрҙән йылға күренеп ятһа ла, күпер түҙҙе, хеҙмәт итеүен дауам итте.

Тырышҡан табырТырышҡан табыр

Егелмәһәң, йөк ҡуҙғалмай тип бушҡа әйтмәгәндәр. Ситтән ярҙам көтөп ятып булмай. Барыһына ла кәрәк булған был ҙур эшкә “Әбйәлил урман хужалығы” предприятиеһына ҡараған Ишкилде ағас эшкәртеү цехы эшселәре ҙур тәүәкәллек менән тотондо.

 –Күперҙе үҙ көсөбөҙ менән ремонтлау туарһында күптән һөйләшә инек. Эште башҡарып ҡуйырға форсат сыҡты, – ти цех мастеры Илмир Шаһивәлиев.

Төҙөлөш өсөн кәрәк булған ағас материалдарын алдан уҡ бысып әҙерләп ҡуялар. Күперҙе һүтеп алғас, серегән өлөштәрен трактор арбаһына тейәп, тейешле урынға сығарып түктеләр, цехтан таҡта-брустар тейәп килтерҙеләр һәм эш башланып китте. ИлмирШаһивәлиев, Радмир Хәкимов, Айгиз һәм Фәнгиз Шаһивәлиевтар, Рәүеф Ғибәҙуллин, Урал Моратшин ауылдаштары өсөн ниндәй әһәмиәтле, мөһим эшкә тотонғанлыҡтарын аңлап, эҫе ҡояш аҫтында көнө буйы тырышып эшләнеләр. Ееттәрҙең шулай ойошҡан, берҙәм эшләп йөрөүе үҙе бер байрам төҫө алды. Уңған ир-егеттәр кискә ҡарай эштәрен теүәлләп тә ҡуйҙылар. Ысын-ысындан “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” булды был.

Ишкилде өсөн генә түгел, ә бөтә тирә-яҡ ауылдар халҡына кәрәк булған мөһим объектты ремонтлауҙы ойоштороп, эште ҡыҫҡа ваҡытта тамамлап ҡуйған булдыҡлы егеттәргә, был изге эшкә материалдар менән ярҙам иткән урман хужалығы етәкселегенә, эште ойошторған Илмир Йәмил улына ауылдаштар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәм.

Фәрзәнә Хамматова.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас