Төҙөкләндереү
22 Июнь 2023, 09:55

Башкортостан онлайн тауыш биреү буйынса алдынғылар рәтендә

Төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт урындарын һайлау буйынса онлайн тауыш биреүҙә Башҡортостанда 2023 йылда 759 мең кеше ҡатнашты. Тотош Рәсәй буйынса был һан – 14 миллион кеше.

Башкортостан онлайн тауыш биреү  буйынса алдынғылар рәтендәБашкортостан онлайн тауыш биреү  буйынса алдынғылар рәтендә
Башкортостан онлайн тауыш биреү буйынса алдынғылар рәтендә

Төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт урындарын һайлау буйынса онлайн тауыш биреүҙә Башҡортостанда 2023 йылда 759 мең кеше ҡатнашты. Тотош Рәсәй буйынса был һан – 14 миллион кеше.

Быйыл онлайн тауыш биреүҙә 87 төбәктән 14 миллондан ашыу кеше ҡатнашты. Был планда ҡаралғандан ике миллионға күберәк. Ике йыл элек тауыш биреүҙә 9,7 миллион кеше ҡатнашһа, 2022 йылда - 10,7 миллион. Чечен һәм Алтай, Башкортостан һәм Тыва рсепубликалары, Томск, Свердлов, Силәбе,Һарытау, Һамарс өлкәләре, Ставрополь крайы һәм Ямал-Ненец автономиялы округы иң әүҙем ҡатнашыусылар, –тине Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин.

Тауыш биреү 15 апрелдән 31 майға тиклем барҙы.

Тотош Рәсәй буйынса биш меңдән ашыу йәмәғәт  биләмәләре өсөн тауыш бирелде, шуларың 4700 - скверҙар, яр буйҙары, урамдар һәм парктар, йорт алды ихаталары һ.б.

Башҡортостандан 185 объект күһәтелгәйне.

– Башкортостан федераль кимәлдә тауыш биреүҙә иң әүҙем төбәк булараҡ билдәләнеүе ҡыуаныслы.Ирекмәндәрҙең дә әүҙем эше билдәләнде. Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт, уларҙың әүҙемлеге менән киләһе йыл республикала тағы 122 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк, – тине БР ЖКХ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас