Төҙөкләндереү
26 Июнь 2023, 09:41

Рига урамы яңыра

Йүнәтеү объектының оҙонлоғо – 640 метр.

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ремонт эштәре дауам итә. 2023 йылда милли проект буйынса Рига, Новороссийск, Лев Толстой, Галле ҡалаһы, Демьян Бедный, Менделеев, Шәфиев урамдарында йүнәтеү эштәре алып барыу ҡаралған.

Нижегородка биҫтәһенең Рига урамында комплекслы яңыртыу эштәре яҙын уҡ башланды, әле асфальт-бетон япма һалына, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

– Әле Рига урамын йүнәтеүгә 15 самосвал, өс юл катогы, асфальт һалыу ҡоролмаһы, ике метрлы юл фрезаһы, автогудронатор, экскаваторҙар һәм башҡа техника ҡушылған, – тип һөйләй участка начальнигы Иршат Хәйруллин.

Килешеүгә ярашлы, подряд ойошмаһы ремонт эштәрен 2023 йылдың 16 октябренә тиклем тамамларға тейеш.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/498530#scroll.

Читайте нас