Төҙөкләндереү
26 Июнь 2023, 09:43

Ҡыш көнө лә туңмаясаҡ

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Йөҙөү слаломы үҙәге төҙөү дауам итә.

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Комплекс Йылы күленең көньяҡ өлөшөндә һалына. Төҙөлөш эштәре Өфөгә 450 йыл тулыуға әҙерлек сиктәрендә “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль программаһы буйынса бойомға ашырыла.

Төҙөлөш 2022 йылда башланды, ә объекттың беренсе сиратын 2023 йылдың аҙағында тапшырырға йыйыналар, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Әле эштәрҙең 63 проценты башҡарылған.

Комплекс старт һәм финиш бассейндарынан, 250 метр оҙонлоғондағы ярыш-тренировка үткәреү каналынан тора. Үҙәк заманса стандарттар буйынса йыһазландырыла. Бында бөтә Рәсәй буйынса спортсыларҙы ҡабул итергә йыйыналар.

Өфө йөҙөү слаломы каналы үҙенсәлеге шунда: күлдең йылы һыуы Ҡариҙел йылғаһының һалҡын һыуы менән ҡушыла, һөҙөмтәлә һыу туңмай, спортсылар һыуыҡта ла шөғөлләнә ала. Шулай уҡ гидротехник ҡоролмалар ярҙамында урғылып аҡҡан тау йылғаһы эффекты булдырыла.

Ҡалала байдаркала һәм каноэла йөҙөү буйынса республика спорт мәктәбе бар, шулай уҡ 28-се спорт мәктәбендә йөҙөү слаломы бүлеге эшләй. Яңы объект Өфөлә был спорт төрө буйынса чемпиондар үҫеүенә булышлыҡ итер.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/492974#scroll.

Читайте нас