Төҙөкләндереү
30 Июнь 2023, 10:15

Өфөлә Шакша күпере ремонтлана

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында Өфөлә Шаҡша күпере ремонтланасаҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөлә Шакша күпере ремонтланаӨфөлә Шакша күпере ремонтлана
Өфөлә Шакша күпере ремонтлана

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдереүенсә, бөгөнгө көндә объекттың паспорты ҡуйылған, хәрәкәт итеүҙе ойоштороу схемаһы килешелгән, ваҡытлыса юл билдәләре урынлаштырыла.

 1 июлдән төҙөлөш ҡаласығын ҡуйыу, техниканы килтереү, күперҙе һүтеү эштәренә әҙерлек планлаштырыла. Төп күпер ҡоролмаһы буйынса эштәрҙе йомғаҡлау киләһе йылдың 31 декабренә билдәләнгән. Контракттың хаҡы 2,2 миллиард һум тәшкил итә.

Был күперҙе төҙөкләндереү “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында бойомға ашырыла.

"башҡортостан" гәзите сайтынан.                                                                     

Автор:
Читайте нас