

Рәсәй хөкүмәте «Ауыл ипотекаһы» буйынса йылына 3% менән кредиттың максималь күләме 3 миллиондан 6 миллион һумға тиклем арттырҙы.
Был граждандарға терәк тораҡ пункттарҙағы күп ҡатлы йорттан фатир һатып алыу өсөн кредит алырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ ауыл халҡы әҙер йорт комплекттарын файҙаланып, үҙ көсө менән өй һалырға льготалы ипотека алыу мөмкинлегенә эйә була.
«Әлеге ҡарар ауыл ерендә йәшәүселәргә тиҙерәк йортло йәки фатирлы булырға, ошо биләмәләргә тағы ла күберәк белгестәр ҡайтарырға булышлыҡ итер», — тип билдәләне Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин.
Бындай үҙгәреш “Демография” милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итәсәк.