Төҙөкләндереү
21 Июль 2023, 03:45

Йыл аҙағына тиклем 1,2 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа инәсәк

Башҡортостанға бүленгән 12 миллиард һумдан ашыу аҡсаға йыл аҙағына тиклем 1,2 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанға бүленгән 12 миллиард һумдан ашыу аҡсаға йыл аҙағына тиклем 1,2 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Башҡортостан ға был аҡса “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли сиктәрендә “Стимул” программаһы буйынса бирелгән.

Был программа сиктәрендә Башҡортостанда Өфөлә, Октябрьскийҙа, Салауатта һәм Өфө районында 12 объект төҙөлә. Уларҙың өсәүһен быйыл файҙаланыуға тапшырыу ниәтләнә.

"Федераль мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, республика касса үҙләштереүе кимәле буйынса “йәшел зона”ла иҫәпләнә һәм илдең барлыҡ төбәктәре араһында 12-се урынды биләй. Был программа буйынса федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү йәһәтенән Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә, республикаға 12 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде", - тине был хаҡта Андрей Назаров.

Йыл аҙағына тиклем 1,2 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа инәсәк
Йыл аҙағына тиклем 1,2 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа инәсәк
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас