Төҙөкләндереү
17 Август 2023, 05:50

“Ҡурай” паркы тағы ла нығыраҡ күркәмләнде

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса район үҙәгендә төҙөлөүсе “Ҡурай” ял һәм мәҙәниәт паркын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тамамланды һәм тиҙҙән ул халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

“Ҡурай” паркы тағы ла нығыраҡ күркәмләнде“Ҡурай” паркы тағы ла нығыраҡ күркәмләнде
“Ҡурай” паркы тағы ла нығыраҡ күркәмләнде

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса район үҙәгендә төҙөлөүсе “Ҡурай” ял һәм мәҙәниәт паркын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тамамланды һәм тиҙҙән ул халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Уҙған йылда проекттың беренсе этабы тормошҡа ашырылып, пикник зонаһы менән һыу инеү урыны булған пляж файҙаланыуға тапшырылһа, быйыл сират үҙәк өлөшкә етте – сәхнә һәм уйын майҙансығы ҡоролдо. Был маҡсатта 9 миллион һумдан ашыу федераль аҡса йәлеп ителгән.

Төҙөкләндереү эштәрен “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты ғәмәлгә ашырыла башлағаны бирле ял һәм мәҙәниәт парктарын төҙөүҙә ҙур тәжрибә туплаған “Анир” ЯСЙ-һы (директоры Ю. М. Таһиров) башҡарҙы. Әйткәндәй, “Ҡурай” паркының пляж зонаһын да нәҡ улар сафҡа индергәйне. Подрядсылар был юлы ла ышанысты аҡлап, объекттағы эштәрҙе тейешле ваҡытҡа теүәлләне.

Заказды үтәү буйынса яуаплы, йәмғиәттең директор урынбаҫары Р. Р. Ялалов әйтеүенсә, был юлы парк өсөн 4 мең квадрат метр ер үҙләштерелгән. Майҙандың үҙәген ҙур сәхнә биләй. Заманса зауыҡ менән эшләнгән 10х8 метр ҙурлыҡтағы металл конструкция яуым-төшөмгә, ел-бурандарға бирешерлек түгел. Сәхнә алдындағы иркен биләмәгә һәм балалар майҙансығына илткән тротуарға брусчатка түшәлгән. Бөтә периметр буйынса урам лампалары,  эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары урынлаштырылған. Кәртәһе сағыу буяуҙарға мансылған уйын майҙансығы әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора. Балалар өсөн дә арыу уҡ ҙур биләмә төҙөкләндерелгән: 15х20 метрҙа йомшаҡ резина япма түшәлгән, ике уйын ҡаласығы комплексы ҡуйылған. Паркты уратып видеокүҙәтеү ҡоролмаһы менән йыһазландырыу ял итеү биләмәһендә йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк һәм милекте вәхшиҙәр һөжүменән һаҡлаясаҡ.

Ғөмүмән, Асҡар халҡына һәм райүҙәк ҡунаҡтарына, кесеһенә лә, олоһона ла “Ҡурай” уңайлы ял итеү урыны булырына ышаныс ерле. Парк асыҡ һауала төрлө мәҙәни саралар, байрамдар, дискотекалар үткәреү өсөн дә бик ҡулай булмаҡсы. Ваҡытты ғаилә менән уҙғарыу, эштән һуң көндәлек мәшәҡәттәрҙән арыныу, әүҙем һәм тыныс ял итеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар.

“Ҡурай” паркы тағы ла нығыраҡ күркәмләнде
“Ҡурай” паркы тағы ла нығыраҡ күркәмләнде
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас