Төҙөкләндереү
24 Август 2023, 11:45

Өфөнөң 450 йыллығына әҙер буласаҡ

Баш ҡалала ишкәк слаломы өсөн комплек төҙөлөшө дауам итә.

Өфөнөң 450 йыллығына әҙер буласаҡӨфөнөң 450 йыллығына әҙер буласаҡ
Өфөнөң 450 йыллығына әҙер буласаҡ

Әлеге ваҡытта каналдың 1-се инеү блогының стеналарына арматура һалына. Ярҙы нығытыу, трибуналарҙы йыһазландырыу, гидроизоляция буйынса ла эш бара.

Төҙөлөш ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – тормош нормаһы” төбәк проектына ярашлы башҡарыла. Ул Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнәсәк 2024 йылда сафҡа инергә тейеш.

Башҡортостандың баш ҡалаһында ҙур спорт объектын файҙаланыуға тапшырыу ишкәкселәргә күнекмәләр яһау менән республикала шөғөлләнеү мөмкинлеге бирәсәк, әле улар илдең бер нисә майҙансығында эшләргә мәжбүр.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас