Шул иҫәптән баш ҡаланы төньяҡ-көнбайыш райондары менән тоташтырған Өфө - Бөрө - Яңауыл трассаһы ла. Подрядсылар Бөрө, Борай һәм Яңауыл райондарында 20 саҡрым юлды төҙөкләндергән.
Салауат ҡалаһында дөйөм оҙонлоғо 6,4 саҡрым булған 9 юл участкаһы, Стәрлетамаҡта 7 километр юл яңыртылған.
Әлшәй һәм Дәүләкән райондары биләмәһендәге М5 автотрассаһының Шишмә - Аксёнов - Ҡырғыҙ-Миәкә юлында 11 саҡрым оҙонлоҡтағы биш участка төҙөкләндерелгән. Дәүләкән һәм Миәкә райондарында тағы өс участкала эштәр бара, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 5 саҡрым тәшкил итә.