Төҙөкләндереү
15 Сентябрь 2023, 03:15

“Урманды һаҡлайыҡ” акцияһының бишенсе миҙгеленә старт алды

Был акция сиктәрендә Башҡортостанда 1,6 мең гектар майҙанда алты миллиондан ашыу үҫенте һәм сәсмәлек ултыртыласаҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһының бишенсе юбилей миҙгеле башланды. 2023 йылда уның маҡсаты – 70 000 000 ағас ултыртыу.

Акция “Экология” милли проекты сиктәрендә Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, федераль урман хужалығы агентлығы, “Милли өҫтөнлөктәр” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, “Хәтер баҡсаһы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты (“Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре”) тарафынан ойошторола.

Ғәҙәттәгесә, ағас ултыртыу бөтә илдә барасаҡ, Башҡортостан, йыл һайын үткәрелгән акцияла даими әүҙем ҡатнашыусы булараҡ, шулай уҡ экологик башланғыстарға ҡушыласаҡ. Быйыл проектта ҡатнашыусылар ағас ултыртыуҙан тыш, урман биләмәләрен йыйыштырыу, шулай уҡ элек ултыртылған үҫентеләрҙе ҡарау менән шөғөлләнәсәк.

Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, 15 сентябрҙән башланған көҙгө урман-культура эштәре “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы эгидаһы аҫтында үтәсәк.

– Ағымдағы йылда республика урмансылары 1,6 мең гектар майҙанда алты миллиондан ашыу үҫенте һәм сәсмәлек ултыртасаҡ, - тине урман ведомствоһы етәксеһе.

“Урманды һаҡлайыҡ” акцияһының рәсми сайтында ағас ултыртыу өсөн планлаштырылған биләмәләр, ваҡыты, ултыртыу материалы күләме менән танышырға, шулай уҡ сараны ойоштороусы-координаторҙың контакт мәғлүмәттәрен белергә һәм ҡатнашыу өсөн уңайлы локация һайларға мөмкин.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас