

Республика урмансылар “Урмандарҙы һаҡлайыҡ!” Бөтә Рәсәй акция сиктәрендә көҙгөһөн 6 миллион төп ағас ултыртасаҡ. Йәшелләндереү акцияһы башҡортостандың бөтә район-ҡалаларында дауам итә. Мәҫәлән, әбйәлилдәр район һабантуйы майҙаныцнда 1,5 мең гектар ерҙә 6 мең төп ҡарағай үҫентеләре сәсте. Учалыла был мөһим акцияға мәктәп уҡыусылары һәм тау сәнәғәте колледжы уҡыусылары ҡушылды. Бында барлығы 5000 йәш ағастар ултыртылды. Белорет районында урмансылар менән «БАШНЕФТЬ» хеҙәмткәрҙәре 0,7 гектар ерҙә 2800 дана йәш үҫенте сәсте.