+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Октябрь 2023, 07:55

Федераль трассаларҙы ремонтлауға 1,7 миллиард һум бүленә

ФЕДЕРАЛЬ АВТОМОБИЛЬ ЮЛДАРЫ ИДАРАЛЫҒЫ Башҡортостан биләмәһендә автомобиль трассаларын ҡарау өсөн ике конкурс иғлан иткән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Федераль трассаларҙы ремонтлауға 1,7 миллиард һум бүленә
Федераль трассаларҙы ремонтлауға 1,7 миллиард һум бүленә

Федераль әһәмиәттәге өс юл участкаһын ағымдағы ремонтлауға 1,74 миллиард һумға тиклем аҡса бүленә, тиелә конкурс материалдарында.

   Документациянан күренеүенсә, контракттарҙы үтәүселәргә дөйөм алғанда 104,1 саҡрым юл, йәғни М-5 «Урал», М-7 «Волга» һәм Р-240 Өфө — Ырымбур трассалары участкалары беркетелә. Беренсе контракт сиктәрендә 837,3 миллион һумлыҡ башланғыс иң юғары хаҡ менән эштәр М-5 участкаһында һәм Ырымбур трактының дүрт участкаһында үткәреләсәк. Участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо 34,1 км.

   Икенсе контракт буйынса 898,5 млн һумлыҡ башланғыс хаҡ менән М-5 трассаһында бер участка һәм М-7 трассаһының биш участкаһы, шул иҫәптән Кушнаренко ауылын урап үтеү юлы ҡаралған. Дөйөм оҙонлоғо 70 км.

     Подрядсылар ваҡыты-ваҡыты менән юлдың туҙған ҡатламдарын һәм асфальттың һаҡлағыс ҡатламдарын яңыртырға, юл япмаһын яҡшы торошта тоторға тейеш. Эштәр 2024 йылдың авгусына тиклем алып барыласаҡ.

     Контракттарҙы финанслау федераль бюджет иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Башҡарыусылар 30 процент аванс аласаҡ. Подрядсыларҙы 13 ноябрҙә һайлап алыу күҙаллана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: