-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
1 Декабрь 2023, 12:30

Дим шоссеһы төҙөкләндереләсәк

Өфөлә Флот тыҡрығы һәм Дим йылғаһы аша күпер араһындағы участкала Дим шоссеһы ремонтлау планлаштырыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Дим шоссеһы төҙөкләндереләсәк
Дим шоссеһы төҙөкләндереләсәк

Өфөлә Флот тыҡрығы һәм Дим йылғаһы аша күпер араһындағы участкала Дим шоссеһы ремонтлау планлаштырыла.

Эштәр 2024 йылдың 20 майында башланып, 30 авгусында тамамланырға тейеш. Контракттың башланғыс хаҡы 66,6 миллион һум тип билдәләнгән.

Подрядсы асфальт ҡатламын алып ташларға, суйын люктарҙы һүтергә, яңыларын ҡуйырға, асфальт-бетон ҡатнашмаһын түшәргә, махсус билдәләр һыҙырға тейеш.

Төҙөкләндереү эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына башҡарыласаҡ.

«Башинформ» сайтынан.

Автор:
Читайте нас: