+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
30 Ғинуар , 16:15

Урындарҙа йәшәүселәр үҙҙәре һайлай

Был хаҡта Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте

Урындарҙа йәшәүселәр үҙҙәре һайлай
Урындарҙа йәшәүселәр үҙҙәре һайлай

Быйыл Башҡортостанда 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Парктар исемлеге урындарҙа йәшәүселәрҙең онлайн тауыш биреүе һөҙөмтәһендә төҙөлә. Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы үткәреләсәк.

Уның төп маҡсаты – ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәү мөхитен яҡшыртыу. Бюджет – 1,2 миллиард һум. Объекттар планына 19 парк һәм 10 сквер, 16 аллея, йәйәүлеләр өсөн 14 зона, тротуар, балалар өсөн алты майҙансыҡ, уйын зонаһы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға мемориал һәм башҡа биләмәләр. Айырым алғанда, Өфөләге “Арт-квадрат”, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы, “Родина” кинотеатры алдындағы майҙан, Ҡала советы майҙаны, Ғафури, Николай Гастелло исемендәге парктар. 2019 йылдан республикала 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Шулай итеп, йыл һайын республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында скверҙар, парктар, йәмәғәт урындары үҙгәртеп ҡорола.

Автор:
Читайте нас: